среда, 30 января 2013 г.

Анкара һәм Курдстан эшселәр фирҡәһе килешерме?



Төрөк властары һәм Курдстан эшселәр фирҡәһе араһындағы ҡаршылыҡ яҡын арала тамамланыуы ихтимал.

Был хаҡта Hürriyet Daily News журналистары хәбәр итә; уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Анкара Курдстан эшселәр фирҡәһе етәксеһе Абдулла Оджалан һәм Ирактың төньяғында урынлашып алған курд боевиктары башлыҡтары менән килешеүгә ирешкән. План буйынса, тыныслыҡ процесы февралдә үк башланасаҡ- тәүге аҙым сифатында йөҙҙәрсә курд боевиктары ҡорал һаласаҡ һәм Төркиәнән китәсәк. Мәғлүмәт рәсми рәүештә раҫланмаған.

Властарҙың рәшәткә артындағы Оджалан менән һөйләшеүҙәр башлауы былтыр уҡ билдәле ине. Ошо фонда Анкара ҡайһы бер аҙымдар ҙа яһаны: уҙған аҙнала Курдстан эшселәр фирҡәһенә ҡарата бик ҡаты позицияла торған эске эштәр министры эшенән ебәрелде, ә төрөк парламенты судта курд телен ҡулланырға рөхсәт бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий