среда, 30 января 2013 г.

Порт-Сәит: снайперҙар һуғышы.



Снайпер боҫҡондары Порт-Сәит тормошоноң бер өлөшөнә әйләнде. Билдәһеҙ атыусылар көнөн дә, төнөн дә урамдағы кешеләргә ҡаршы ут аса.
Урамдағы халыҡ төрлөсә юрап ҡарай, әммә  дөрөҫөн берәү ҙә әйтә алмай: йәки ул президент Мөрси яҡлы ополчениенан, йәки полицейский, хәрби кеше, ләкин ҡораллы көстәр ҡала эсендәге ваҡиғаларға ҡыҫылмай, ҡаланы ҡамау менән генә сикләнә.
Һуңғы бер нисә көн эсендә ҡалала һәләк булыусылар һаны 42-гә етте, ә яралылар иһә меңдән ашыу, уларҙың бер өлөшө снайперҙар намыҫында.
Беҙҙең төркөм шундай уҡсыны төшөрөп алды. Ул бер нисә көн элек манифестацияла ҡатнашыусылар емерергә уйлаған, ҡораллы көстәр һәм полицияныҡы булған бинала йәшенгәйне. Йорт манифестациялар йыш булып торған майҙанда урынлашҡан.
Шаһиттар әйтеүенсә, ул хәрби кейемдә булған, тик был бер нәмәгә лә асыҡлыҡ индермәй.
Беҙҙең кино төшөрөү төркөмө килеп етерҙән бер нисә минут элек кенә был әҙәм 4 кешене йәрәхәтләгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий