воскресенье, 27 января 2013 г.

Порт- Сәит: сыуалыш элементтары менән матәм процессияһы.



Мысырҙың Порт-Сәит халҡы йәкшәмбелә сыуалыштарҙа һәләк булған 37 кешене ерләне. Асыулы тиҫтәләрсә мең кеше урамдарға сыҡты, ҡайһы саҡ улар административ учреждениеларға бәреп инергә маташты. Уларҙы был эштән дүндереү өсөн, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡулланды, һауаға атты. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡыйыҡтарҙа снайперҙар ҙа ултырған. Көс структуралары ял иткән клуб та йәкшәмбе һөжүмгә дусар булған.
Был сыуалыштар 21 футбол фанатына сығарылған үлем хөкөмө арҡаһында башланды. Хөкөм ителгәндәҙең барыһы ла 2012 йылдың февралендә Порт-Сәиттең “Әл-Мәсри” һәм Ҡаһирәнең “Әл-Әхли”клубтары матчында күмәк алышта ҡатнашҡан. Алыш 7 тиҫтә кешенең ғүмерен киҫкән.
Шәмбе тотҡондарҙың хөкөм ҡарары менән риза булмаған туғандары, хөкөм ителгәндәр ултырған төрмәне штурмлай башлаған, әммә полиция уларҙы ҡыуып таратҡан.
Порт-Сәит халҡы һөйләй:
 “Беҙ Порт- Сәит халҡын ҡалабыҙҙы бойондороҡһоҙ дәүләт итеп иғлан итеү хаҡындағы петицияға ҡул ҡуйырға саҡырабыҙ.”
“Беҙ бойондороҡһоҙлоҡ талап итәбеҙ. Беҙ Мысырҙың бер өлөшө булырға теләмәйбеҙ. Порт-Сәиттең бойондороҡһоҙ дәүләт булыуын теләйбеҙ.”
Шәмбеләге сыуалыштарҙан һуң, Порт- Сәиткә  регуляр ғәскәр подразделениелары, танкылар һәм бронетехника индерелде. Ҡала үҙәген хәрбиҙәр ябыҡ зона, тип иғлан итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий