воскресенье, 27 января 2013 г.

Болгарияла референдум: илдә рус атомы буласаҡмы?



Болгарияла илдә ядро энергияһын ҡулланыу хаҡында референдум бара.
Быға ҡәҙәр бында бер генә атом станцияһы-“Козлодуй” станцияһы ғына эшләп килде. Референдум яңы“Белене”АЭС-ын төҙөү менән бәйле Болгарияның уңдары һәм һулдары араһында башланған конфликт арҡаһында уҙғарыла.
 Проектты Рәсәйҙең Атомстройэкспорты тормошҡа ашырырға тейеш ине. Болгария хөкүмәте, уны 10 млрд евроға баһалап, бюджетта бындай аҡсаның булмауы тураһында белдергәйне. Рәсәй компаниялары иһә ике энергоблокты төҙөү 6 миллиардтан артмаясаҡ, тип ышандыра. Өҫтәүенә Мәскәү төҙөлөш өсөн кредит тәҡдим итә. Болгарияның уңдарын был хәүефләндерә, Кремлдән финанс йәһәтенән бойондороҡлолоҡ Брюссель менән Вашингтонға ла оҡшап етмәй.
Референдум социалистик фирҡә тырышлығы менән үтә. Улар, референдум үткәреүҙе яҡлап, ярты миллион тауыш йыйҙы.
Һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, яңы АЭС төҙөүгә болгарҙар ыңғай ҡарай, әммә референдум тулы хоҡуҡлы булһын өсөн, унда һайлаусыларҙың кәмендә 60 проценты ҡатнашырға тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий