Бразилияның көньяғындағы Санта- Мария ҡалаһында, төнгө
клубта янғын сығып, 200 кеше һәләк булған.
Урындағы полиция вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 159 кешене
таный алғандар. Янғын башланғанда, клубта 2 меңдән ашыу кеше булған.
Фажиғә урындағы рок- төркөм сығыш яһаған мәлдә
ойошторолған пиротехник шоу арҡаһында килеп сыҡҡан. Осҡондан түшәмгә ут ҡапҡын,
халыҡ менән шығрым тулы бинала паника, этеш- төртөш башланған һәм күптәр
тонсоғоп үлгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий