воскресенье, 27 января 2013 г.

Австралия. Квинсленд һыу аҫтында ҡалды.



 Австралияның төньяҡ- көнсығышында урынлашҡан Квинсленд штаты, ҡойма ямғырҙар һәм ташҡындар алып килгән “Освальд” тропик штормы арҡаһында, һыу аҫтында ҡалды. Ҡотҡарыусылар мөғжизә менән генә автомобилдә бик хәүефле урында бикләнеп ҡалған ике ҡатын һәм бер баланы ҡотҡара алды.
Шторм ташҡындар менән бергә Квинсленд штатына емереклектәр ҙә алып килде: йөҙҙәрсә йорт, емерелеп, һыу аҫтында ҡалды, ағастар ауҙы, электр тапшырыу линиялары өҙөлдө. Урындағы властар һәләк булыусы бер кеше һәм тиҫтәләгән зыян күреүселәр хаҡында хәбәр итә, 2 кеше хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә.
Ҡайһы бер ҡалаларҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Иң ныҡ ҡаза күргән райондарҙан бер нисә мең кеше күсерелгән.
Ҡойма ямғырҙар дауам итә. Хәлдәр бик көсөргәнешле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий