Мозамбикта һыу ташҡыны
ҡорбандары 36-ға етте. Тәбиғәт ҡазаһынан зыян күргән райондарҙа 85 мең кеше йорттарын
ташлап китергә мәжбүр булды. Уларға ярҙам итеү өсөн 11 миллион евро кәрәк
буласаҡ. Йома, был мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарып, БМО халыҡ- ара
йәмәғәтселектән мохтаждарға ярҙам күрһәтеүҙе һораны.
Иң күп ҡорбандар Газа
провинцияһында- унда 26 кеше һәләк булған. Һуңғы 12 көн эсендә Мозамбиктың үҙәк
провинцияларында өс айлыҡ яуым- төшөм күҙәтелгән.
“Беҙҙең ашарыбыҙға юҡ,
бер кем беҙгә ярҙам итмәй, хатта палаткаларыбыҙ ҙа юҡ, асыҡ күк аҫтында йоҡлайбыҙ.
Аҙыҡ- түлек һәм торор урын менән ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ,-”ти бер ҡасаҡ.
Йыл һайын яуындар
осоронда Мозамбик йылғаларында һыу кимәле ныҡ күтәрелә. 2000 йылғы көслө ташҡындар 800 мең кешенең ғүмерен киҫте,
ярты миллион тирәһе торлаҡһыҙ ҡалды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий