Венесуэла
төрмәһендәге сыуалыштар кәм тигәндә 50 кешенең ғүмерен ҡыйған, 100 самаһы кеше
яраланған. Һәләк булғандар араһында тотҡондар ҙа, һаҡсылар ҙа бар. Үлгәндәрҙең
күпселеге пулянан тән йәрәхәттәре алған. Ҡорал эҙләү маҡсаты менән холоҡ төҙәтеү
учреждениеларына ғәскәри частар ебәрелеүе хаҡында хәбәр тотҡондарҙың асыуын
ҡабартаҡан. Был информация киң мәғлүмәт сараларына эләккән һәм властарҙың
ризаһыҙлығын тыуҙырған.
Ирис Варела, Венесуэла төрмәләре министры:
“Шәхси Globovision телеканалы таратҡан, социаль селтәрҙә лә,
интернеттағы яңылыҡтар сайтында ла күренгән төрмәләрҙәге тентеүҙәр тураһындағы
хәбәр беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы. Тап ошо хәбәрҙәр көс ҡулланыуға килтерҙе,
төрмәлә сыуалыштар тыуҙырҙы.”
Илдәге иң ҙур Урибана төрмәһе Венесуэланың
төньяҡ- көнбайышында урынлашҡан. Ундағы тотҡондарҙың һаны 2,5 мең. Хоҡуҡ
һаҡлаусылар әйтеүенсә, Урибана -илдәге иң хәүефле холоҡ төҙәтеү
учреждениеһы, сөнки бында элек тә көс ҡулланыуҙар йыш булып торған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий