Киевта тәбиғәт ҡазаһы: көндәрҙең йылытыуы, ҡышҡы ямғыр
һәм ҡапыл һыуытыу Украина баш ҡалаһын тотош катокка әйләндерҙе. Көн һайын
травматология бүлегенә 500-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итә. Шишәмбе ҡала рекорд
ҡуйҙы- зыян күреүселәр 579- ға етте.
“Аяҡтары
һыныусылар күп, ғәҙәттә, шайтаншыҡ бер нисә урындан һына йәки ике енсек һөйәге
лә һынған була, былар иһә 70 % осраҡта
операция талап итә,-”тип хәбәр итә травмотолог Олег Леоненко.
Ҡала властары билдәләүенсә, тәбиғәттең һирәк осрай торған
көйһөҙлөгө коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен
алыш башларға түгел, ә оборона тоторға мәжбүр итте:
“Киев
ҡалаһы 835 квадрат километр. Бөтә урамдар тотош боҙлауыҡ менән ҡапланды. Ҡапыл
ғына бөтә ҡаланы тәртипкә һалыу мөмкин түгел. Эште юлдарҙан, мәктәп, балалар
баҡсаһы, хәстәханаларға илтә торған урындарҙан башаларға тура килә. Беҙ бөтә
көстө шуға бирҙек тә,-”тип белдерҙе ҡала администрацияһы башлығы урынбаҫары
Олександр Мазурчак.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланың өс районы етәксеһе, ҡапыл
башланған ҡышты ҡаршы алырға әҙер булмағандары өсөн, үҙ постарынан ҡолаҡ
ҡағасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий