Алма- Аталағы Иран ядро
программаһы буйынса һөйләшеүҙәр тамамланды. Таһран, Иран дәүләтен уранды
байытыу хоҡуғынан мәхрүм итергә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ тип, үҙ позицияһында
ныҡ торҙо.
Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ- ара “алты”(БМО Именлек советының 5
даими ағзаһы һәм Германия) һәм Иран эксперттар кимәлендәге артабанғы контакттар
тураһында килешә алды. Осрашыу 17-18 март тирәһендә Стамбулда уҙасаҡ. Сираттағы
һөйләшеүҙәр йәнә Алма- Атала булыуы ихтимал.
“Алты”ның Иранға етди тәҡдим яһауы
билдәле: уранды 20 процентҡа ҡәҙәр байытыуҙан баш тартыуға һәм “Форду” объекты параметрҙарының эшен
кәметеүгә яуап итеп, санкцияларҙы йомшартыу.
Халыҡ- ара
йәмәғәтселек Ирандың ядро ҡоралы етештерә башлауынан хәүефләнә. Таһран иһә ядро
программаһының тик тыныс маҡсаттарға хеҙмәт итәсәге хаҡында һөйләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий