среда, 27 февраля 2013 г.

ЕС: ҡап, ҡап, балыҡ, ҡап, балыҡ, ҙуры ла, бәләкәсе лә!



Балыҡты һыуға ташлау кеүек тамашалар артта ҡаласаҡ. Европа балыҡсыларына коммерция стандарттарына тап килмәгән балыҡты диңгеҙгә кире ырғытыу тыйыласаҡ- Евроберләшмә илдәренең балыҡсылыҡ сәнәғәте министрҙары шул турала килешете. Европа парламенты раҫлаясаҡ реформа бер нисә этапта үҙ көсөнә инәсәк. Тәүгеһе 2014 йылда старт ала һәм сельд балыҡтарына ҡағыла. 2016 йылдан аҡ балыҡты ташлауҙы тыясаҡтар.

Европаның балыҡ промыслаһы хужалыҡтары берекмәһе башлығы Мария Даманаки белдереүенсә, Еврокомиссия был килешеүгә ҙур хөрмәт менән ҡарай:

 “Элекке килешеүҙәр менән сағыштырғанда был ҙур алға китеш. Минең уйлауымса, балыҡ сәнәғәте министрҙары масштаблы был үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләр.”

Әлеге мәлдә Европа балыҡсылары тотҡан балыҡтарының дүрттән бер өлөшөн кире диңгеҙгә ырғыта. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фонды, балыҡсылыҡ һаҡсылллыҡ менән йәнәш атларға, экология талаптарына яуап бирергә тейеш тип, үҙенең ризаһыҙлығын белдерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий