среда, 27 февраля 2013 г.

Италия: Берсани үҙгәрештәргә һыуһағандар менән хөкүмәт төҙөйәсәк.



Апенниндағы парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре билдәле булғандан һуң, Италияның Демократик фирҡәһе лидеры Пьер Луиджи Берсани үҙенең тәүге матбуғат конференцияһын уҙғарҙы. Берсани етәкселегендәге һул үҙәк коалиция еңеүсе, тип иғлан ителде, ул хәҙер хөкүмәт төҙөй ала. Төп ярышташы- Сильвио Берлускони етәкселегендәге үҙәктәге уңдарҙан уларҙың өҫтөнлөгө бик cамалы.
Берсани ни эшләргә уйлай? Был хәлдән сығыу өсөн ул нимә тәҡдим итә?
Сәйәси альянс хаҡында һөйләгем килмәй. Тәүҙә кәрәкле үҙгәрештәрҙе башлау өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнлеге тураһында уйланырға кәрәк, аҙаҡ инде һәр кем ил һәм парламент алдындағы үҙенең яуаплылығын тойорға тейеш”,- тип белдерҙе үҙәктәге һулдар лидеры. Ул хөкүмәткә кәрәкле реформаларҙы үткәрергә әҙер булған кешеләрҙең инәсәге хаҡында ла белдерҙе.
“Берлускони фирҡәһе йәки “5 йондоҙ хәрәкәте”быға әҙерме икәнлеген әйтә алмайым,-тине Берсани.-Улар элекке хөкүмәтте отставкаға ебәреүҙе талап итте.”Өйөгөҙгә ҡайтып китегеҙ”,- тине улар. Хәҙер үҙҙәре парламентҡа инде, шуның бер өлөшөнә әйләнде. Шуға улар хәҙер йә өйҙәренә ҡайтып китергә тейеш, йә иһә, асыҡ итеп, ошо ил, үҙҙәренең иле, балаларының иле өсөн нимә эшләргә йыйыныуҙары хаҡында әйтергә тейеш.
Түбәнге палатала улар күпселек, ә сенатта әҙселек. Сенатты “алһа ла,” кәрәк булған күпселек Берлускониҙа ла юҡ. Уның байы билдәле сатирик Беппе Гриллоның “5 йондоҙ хәрәкәте”алға йырып сыҡты, тик ул коалицияға инеүҙән баш тарта. Ә Беппоның ҡатнашлығынан тыш, аналитиктарҙың фекере буйынса, яңы хөкүмәт оҙаҡ йәшәй алмаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий