вторник, 26 февраля 2013 г.

Туниста илдәге билдәле оппозиционер Шокри Белаидты үлтереүҙә шик аҫтына алынған кеше ҡулға алынған.



Полициялағы сығанаҡтар буйынса, ул- салафит хәрәкәтендәге күренекле эшмәкәрҙәрҙең береһе. Хәбәр итеүҙәренсә, уға ҡасырға ярҙам иткән енәйәттәштәре лә тотолған.
Яңылыҡтар агенстволары мәғлүмәттәре буйынса,  енәйәтсе тип шик өҫтөнә алынған кеше- 30 йәшлек мебель яһау оҫтаһы. Ул Тунис баш ҡалаһы  ситендә, Кафагенда ҡулға алынған.
Оппозициялағы Берләшкән патриот- демократтар фирҡәһелидеры Шокри Белаид Туниста 6 февралдә һәләк була. 48 йәшлек сәйәсмән баш ҡалалағы үҙ йорто алдында атып үлтерелә.
Уның үлеме  Туниста ысын мәғәнәһендә сәйәси көрсөк килтереп тыуҙырҙы, бөтә ил буйынса ҡаршылыҡ акциялары булып үтте. Был премьер- министр Хәмәди Джебалиҙы отставкаға китергә мәжбүр итте. Дини булмаған хәрәкәттәр һәм фирҡәләр әлеге исламистар хөкүмәтен ресторан, бар, концерт залдары һәм дипмиссияларға һөжүмдәр ойошторған салафиттарға ҡарата бер ниндәй ҙә сара күрмәүҙә ғәйепләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий