вторник, 26 февраля 2013 г.

ЕС-Киевҡа: Европаға яҡыныраҡ булғың киләме? Реформалар үткәр.



 Киевҡа майға ҡәҙәр ваҡыт бирелгән. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Брюссель реформалар үткәреүҙәге алға китеште күрергә теләй, был иһә Украина менән ассоциация хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың, уны ратификациялаүҙың төп шарты булып тора.
Киевта оппозицияның күләмле ҙур манифестацияһы уҙҙы. Уның башлыҡтары фекере буйынса, Брюссель талап иткән суд һәм һайлау системаһы реформаһы властың юғары баҫҡысындағы коррупция менән көрәштән тыш мөмкин түгел.
Әлеге режимдың әхлаҡһыҙлығы шунда: улар(власть вәкилдәре) сит илдәрҙә үҙ иҫәптәрен асырға теләй, ә Украиналағы репрессияны туҡтатырға иҫәптәре юҡ. Европа Украинаны көтә, әммә репрессияларҙан азат булған, демократик һәм бойондороҡһоҙ дәүләтте,-”тип белдерҙе “Батькивщина” фирҡәһе лидеры Александр Турчинов.
Суд органдары эше реформаһының ни ҡәҙәр реаль булыуы тураһында политолог Александр Банчук һөйләй: “Енәйәт эштәре буйынса тәфтишселәр Украинаның коррупцияға батҡан юғары кимәленә ҡәҙәр барып етә алмай. Эштәренең һөҙөмтәлелеген күрһәтеү өсөн, улар үҙ-үҙен яҡлай алмағандарҙы эләктерә.”
Демонстрацияла ҡатнашыусылар төрмәлә ултырған Юлия Тимошенконы һәм уның коллегаларын азат итеүҙе талап итте, шулай уҡ, Украина хөкүмәтен фаш итеп, ысын мәғәнәһендәге костюмлы фарс- тамаша ойошторҙо.

Комментариев нет:

Отправить комментарий