четверг, 14 февраля 2013 г.

Чернобыль АЭС-ындағы бер блокта ҡыйыҡ емерелгән.



Шишәмбе Чернобыль АЭС-ындағы дүртенсе блоктың машина залында өлөшләтә стеналар һәм ҡыйыҡ емерелгән.
Украинаның ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, емерелгән конструкциялар тирәһендәге радиация фоны үҙгәрмәгән. Емереклектәрҙең майҙаны 600 квадрат метр, зыян күреүселәр юҡ.
Эксперттарҙың фекере буйынса, объекттағы түбәнең емерелеүе йыйылып киткән ҡалын ҡар арҡаһында булыуы ихтимал. Әлеге мәлдә емереклектәрҙе тәртипкә килтерәләр..

Комментариев нет:

Отправка комментария