среда, 13 февраля 2013 г.

Инглиздәр йылҡы итен үҙҙәрендә тапты.



Йылҡы итен һыйыр ите рәүешендә һатыуҙары асыҡланғас, Британия полицияһы белгестәр оҙатыуында  Англияның һәм Уэльстың ике мал салыу урынында һәм ит комбинатында инспекция үткәрҙе. Хеҙмәт тәртибен боҙоу арҡаһында, предприятиеларҙың эше туҡтатып торолдо. Асыҡланыуынса, Көнбайыш Йоркширҙан килтерелгән йылҡы итен компанияларҙың береһе гамбургерҙар һәм кебабтар әҙерләүҙә ҡулланылған фаршҡа ҡушҡан.
Бындай практика (йылҡы итен файҙаланыу) Ҡушма Короллектең үҙендә ҡулланылыуы беҙҙе шаңҡытты,-ти Бөйөк Британияның тирә- яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса министры Оуэн Патерсон.-Ундай хәл булғаны юҡ ине әле. Беҙ уны Аҙыҡ-түлек стандарттары агествоһы менән бергә ентекләп тикшерәсәкбеҙ. Әгәр ул енәйәт менән бәйле булһа, ғәйеплеләр яуапҡа тарттырыласаҡ.”
Бөгөн Брюсселдә Евроберләшмә илдәрендә ит һатыу мәсьәләләрен контролдә тотоу буйынса ғәҙәттән тыш йыйылыш уҙасаҡ.
Әлегә Францияның һәм Швецияның ярымфабрикаттар һатыусылары ит экспортлаусы румындарҙы ғәйепләй. Бухарест иһә ғәйепте үҙ өҫтөнә алырға теләмәй һәм асыҡтан- асыҡ шуны белдерә: ил, ысынлап та, йылҡы итен эске баҙарға ла, тышҡы баҙарға ла сығара, тик уларҙың һәммәһенә асыҡ итеп келәймә һуғылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий