Француз парламентының түбәнге палатаһы бер
енес вәкилдәренә никахлашыу һәм аҫрауға балалар алыуҙы рөхсәт итеүсе закон
проектын хупланы.
“Бөтәһе өсөн никахтар”атамаһын
алған закон проектын Милли ассамблеяла күпселекте тәшкил иткән бөтә һул
фирҡәләр хуплай. Католик сиркәү яҡлаған уң оппозиция иһә быға ҡаршы.
“Закон проектын, моғайын, ҡабул
итерҙәр, тик Милли ассамблея башы ғына. Аҙаҡ уны Сенат ҡараясаҡ, унан һуң
Конституция суды, шуға күрә был һуңғыһы түгел әле,-”ти уңдар вәкиле.
Сенатҡа документ
апрель башында тапшырыласаҡ. Закон проекты бер енесле никахтарҙы һәм уларға
тәрбиәгә балалар алыуҙы рөхсәт итә. Бындай документты ҡабул итеү- Франция
президенты Франсуа Олландтың һайлау алды вәғәҙәләренең береһе.
Бындай төр никахтарға
француздарҙың күпселеге ҡаршы булмаһа ла, балаларҙы тәрбиәгә алыуға хатта гей-
хәрәкәт вәкилдәренең ҡайһы берҙәре үҙҙәре лә ҡаршы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий