среда, 13 февраля 2013 г.

Латин телен өйрәнегеҙ.



Латин телен белеү Италияның “АНСА” агенствоһы хәбәрсеһенә Рим папаһы Бенедикт XVI престолдан китеү хәбәрен беренсе булып аңларға ярҙам иткән. Джиованна Кирри бына 20 йыл инде Ватикандан хәбәрҙәр ебәрә.

Euronews: Һөйләгеҙ әле, барыһы ла нисек булды?

Кирри: Мин һаулыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишеттем һәм шуны аңланым: үтә лә етди нәмәләр хаҡында һүҙ бара.

Euronews: Һеҙҙән башҡалар бер нәмә лә аңламанымы?

Кирри: Дөрөҫөн әйткәндә, юҡ. Компьютер артында ултырғанда, тубыҡтарым ҡалтырауын тойҙом. Рим папаһының үҙенең китеүен иғлан итеүен аңланым, быны ул латинса әйтте. “Юҡ, һин дөрөҫ аңламаның,-”тим үҙемә, шул уҡ ваҡытта һәр һүҙҙе яҡшы аңлап торам. Аҙаҡ мин раҫлауҙарын ишеткем килде, әммә минең тирәлә беүрәү ҙә бер нәмә лә аңламаған. Шунан кардинал Содано понтификка итальянса мөрәжәғәт итте:

“Изгеләрҙән изге, был ҡарарығыҙ көтөлмәгәдә булды, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек ул.”

Euronews: Белдереүҙең тарихи йәһәттән мөһимлеген аңланығыҙмы?

Кирри: Мин үҙемдең твиттерға шулай ти яҙып ҡуйҙым: Бенедикт XVI 28 февралдә престолдан китәсәге хаҡында иғлан итте. Хәбәр бик бәләкәй генә, ләкин, әлбиттә, мин ул белдереүҙең үтә лә мөһимлеген яҡшы аңланым”.

Комментариев нет:

Отправить комментарий