вторник, 12 февраля 2013 г.

Баш күтәреүселәр Сүриәләге иң ҙур ГЭС-ты ҡулға төшөрҙө.



 13 кешенең ғүмерен өҙгән Сүриә һәм Төркиә сигендәге көслө шартлауҙың сәбәптәре әле булһа билдәле түгел. Тикшереү алып барыусылар теракт версияһын да ҡарай, шулай уҡ төрөк властары шартлатҡыс тултырылған автомобилдең осраҡлы шартлау мөмкинлеген дә инҡар итмәй.
Машина Төркиә яғындағы таможня терминалынан ҡуҙғалып китеп 20 минут үткәс шартлай. Бина ныҡ зыян күрә. Тиҫтәләгән яралылар-сүриәлеләр һәм төрөктәр-дауаханаларға оҙатыла.
Сүриәнән дә яңылыҡтар килә. Баш күтәреүселәрҙең белдереүе буйынса, дүшәмбе Евфрат йылғаһындағы быуа һәм уның эргәһендәге Табка ҡалаһы уларҙың ҡулына төшкән. Бәшәр Асадтың хөкүмәт көстәренә ҡаршы сыҡҡан баш күтәреүселәр интернетта илдәге иң ҙур “Әл Фурат” ГЭС-ының үҙ ҡулдарына күсеүен һүрәтләүсе видеоны урынлаштырҙы.
Электростанция өсөн алыш бер нисә көн дауам итте. Шулай итеп, илдең 2 иң ҙур ГЭС-ы баш күтәреүселәр ҡулында.
Евфраттың өҫкө ағымында урынлашҡан “Тищрин” электростанцияһын улар 2012 йылдың ноябрь аҙағында ҡулға төшөргәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий