вторник, 12 февраля 2013 г.

КХДР ядро һынауы үткәрҙе.



Төньяҡ Корея рәсми рәүештә уңышлы үткәрелгән ядро һынауҙары хаҡында белдерҙе. Был турала Төньяҡ Кореяның ЦТАК мәғлүмәт агенствоһы хәбәр итте. Ҙур ҡеүәткә эйә булған бәләкәй ядро ҡоролмаһы һыналды.

Сеулдың белдереүе буйынса, Пхеньян үҙенең ниәте хаҡында көн элгәре үк Вашингтон һәм Пекинға хәбәр иткән.

Корея Республикаһы ядро һынауын ғәйепләүен белдерҙе һәм уны “Төньяҡ- Көнсығыш Азия регионындағы тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡто хәүеф аҫтына ҡуйыу,”тип атаны.

Элегерәк, ғинуарҙа, Төньяҡ Корея,“АҠШ-тың дошмандарса сәйәсәтенә яуап итеп, ядро һынауҙарын дауам итергә ниәтләүе хаҡында белдергәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий