Миссисипи штатына
ябырылған торнадонан, кәм тигәндә, 13 кеше зыян күрҙе. Ҡойон Мэрион округы һәм
шунда урынлашҡан Хэттисбург ҡалаһы аша үтте. Форест округы ла ныҡ зыянланы: йөҙҙәрсә
йорт емерелде, автомобилдәр ватылды. Торнадо ҡойма ямғырҙар менән бергә килде.
Штаттың ҡайһы бер райондары электрһыҙ ҡалды.
АҠШ-тың төньяҡ-
көнсығыш райондары, йома көн күп итеп яуған ҡарҙан һуң, саҡ хәл алып килә. Нью-Йорк,
Нью-Джерси, Коннектикут, Массачусетс һәм
башҡа штаттар ҡарға күмелде. Милфорд ҡалаһында ҡар ҡатламы 90 сантиметрҙан ашып
китте. 9 кеше ҡар бурандары ҡорбаны булды. Электр энергияһыҙ ҡалған 700 мең
американлы һыуыҡта утһыҙ ултырҙы. Ҡарҙың күп яуыуы аэропорттарҙың эшен тотҡарланы,
меңләгән рейс кисектерелде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий