вторник, 12 февраля 2013 г.

Малиҙағы экстремистар һуғыш тактикаһын үҙгәртте.



Дүшәмбе Мали хәрбиҙәре “Көнбайыш Африкалағы йыһат һәм берҙәмлек өсөн хәрәкәте”отряды боевиктары йәкшәмбе көн үтеп ингән Гао ҡалаһы кварталдарының һәр йортон тикшереп сыҡты.

Алыштар һөҙөмтәһендә ул көндө 3 боевик үлтерелде, 11-е әсир ителде. Бер нисә хөкүмәт армияһы һалдаты ла яраланды. Ҡала халҡының өсәүһе пуля тейеп һәләк булды, тән йәрәхәттәре алған 20 кеше хәстәханаға урынлаштырылды. Мали армияһы көстәренә Францияның хәрби вертолеттары һауанан ярҙам күрһәтте.

Урамдар бушап ҡалды. Алыштарҙың ҡабаттан башланып китеүенән ҡурҡҡан тыныс халыҡ йорттарынан сығырға баҙнат итмәй.

Дүшәмбеләге таңда француз авиацияһы ҡораллы экстремистар йәшенгән урындағы комиссариатҡа һауанан һөжүм итте.

Күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, был айҙа партизан һәм диверсия һуғышына күскән боевиктар, хатта азат ителгән райондарҙа ла, Мали, Франция хәрбиҙәре һәм ЭКОВАС өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Эксперттарҙың белдереүенсә, боевиктарҙың көтөлмәгән һөжүме азат ителгән ҡалаларҙағы хәүефһеҙлек сараларының йомшаҡлығын күрһәтеп тора, экстремистар иһә Гао өсөн һуғышты дауам итергә ниәтләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий