понедельник, 11 февраля 2013 г.

Мали. Исламистар көтмәгәндә Гао ҡалаһына һөжүм итте.



 Йәкшәмбе көн Мали хәрбиҙәре менән Гао ҡалаһына көтмәгәндә һөжүм иткән боевиктар араһында аяуһыҙ алыш булды. Атыш, шартлауҙар халыҡты йәшенергә мәжбүр итте. Һуғыш ҡала үҙәгендә бара. Экстремистар баҫтырып сығарған белдереүҙә “мөджәһидтәр еңгәнгә ҡәҙәр көрәште дауам итәсәк. Улар Гаола  һәм шунда ҡаласаҡтар”тиелә.
Малиҙан килгән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, хәрби хәрәкәттәрҙә француз хәрбиҙәре лә ҡатнаша. Икенсе сығанаҡтар буйынса, француздар Мали армияһына һауанан ярҙам итә. Исламистарҙың һөжүменән һуң, Гао үҙәгенән 50 журналист эвакуацияланды.
Һуңғы көндәрҙә үлемгә дусар булғандарҙың теракттары хәрбиҙәрҙе именлек сараларына айырым иғтибар бүлергә мәжбүр итте. Гао ҡамалыш хәлендә. Боевиктар диверсия һуғышы тактикаһына күсте, һөҙөмтәлә, бер нисә хәрби хеҙмәткәр һәләк булды, яраланыусылар ҙа бар. Теракт өсөн яуаплылыҡты “Көнбайыш Африкалағы берҙәмлек һәм йыһат хәрәкәте” төркөмө үҙ өҫтөнә алды. Хәрбиҙәрҙең әйтеүенсә, уларҙың етәкселәре Малиҙың төньяғында йәшенә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий