понедельник, 11 февраля 2013 г.

Европала һыйыр ите сифатында йылҡы итен һатыусыларҙы эҙләйҙәр.



Бөйөк Британия Евроберләшмә илдәренән ит импортлауҙы туҡтатыуы ихтимал- Бөйөк Британияның аҙыҡ- түлек мәсьәләләре буйынса комиссия башлығы Анн Макинтош ошондай талап менән сығыш яһаны. Сәбәбе- Бөйөк Британияға һәм ҡайһы бер Евроберләшмә илдәренә һыйыр ите сифатында йылҡы итен һатыуҙа. Британия магазиндарына йылҡы итенән туңдырылған продукттар оҙатыусы француз фирмаһы ғәйепте румын ит етештереүселәренә ауҙарҙы.

Даниэль Константин, Румыния ауыл хужалығы министры:
Мин йылҡы итен экспортлау буйынса мәғлүмәттәр һораным, ветеринария белгестәренән мәғлүмәттәр алмайынса, бер ниндәй ҙә аңлатма бирергә теләмәҫ инем. Яҡын арала экспортлаусылар табылыр, тип өмөтләнәм, һүҙ бит әле, Евроберләшмә илдәренә ебәрелгәнсе, үҙебеҙҙең илдәге контроль хаҡында ла бара.”
Бөйөк Британияла башланған ғауға йәнә бер нисә илгә- Францияға, Ирландияға һәм Кипрға таралды. Унда ла туңдырылған продукттарға һыйыр ите урынына йылҡы ите һалыныуы ихтимал.
Румын ит етештереүселәре иһә һыйыр итен йылҡы ите менән бутау техник йәһәттән дә мөмкин түгел, сөнки француз заказ биреүселәре түшкәләрҙе бөтәүләй һатып ала, шуға ла бер итте икенсеһенән айырыу ҡыйын түгел, тип бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий