понедельник, 11 февраля 2013 г.

Иран президентының Көнбайыштың баҫым яһауына асыуы килә.



Иранда Ислам революцияһының 34 йыллығын байрам итәләр. Бөтә илдә күп халыҡ ҡатнашлығындағы манифестациялар һәм митингылар үтә. Байрам Иран менән АҠШ-тың мөнәсәбәттәре ҡырҡыулашыу фонында уҙа. Уҙған аҙнала Ирандың юғары етәксеһе аятолла Али Хоменеи Вашингтон менән турана- тура һөйләшеүҙәр башлауҙан баш тартты. АҠШ-тың вице- президенты Джозеф Байден белдереүенсә, Вашингтон иһә ядро программаһы тирәһендәге конфликт буйынса Иран менән турана- тура диалог башларға әҙер.
Таһранда сығыш яһап, Иран президенты Мәхмүт Әхмәҙинежад шулай тине:
 “Иранға тоҫҡалған ҡоралдарығыҙҙы алғас ҡына, мин һөйләшеүҙәр башлаясаҡмын. Диалог нигеҙендә баҫым яһау һәм мәжбүр итеү түгел, ә ғәҙеллек һәм үҙ-ара хөрмәт принциптары ятырға тейеш.”
Ирандағы 1979 йылғы революция илдәге монархияны юҡ итте. Шаһ Мөхәммәт Реза Пәхләүи Ирандан китергә мәжбүр булды һәм киләһе йылына Ҡаһирәлә вафат булды. Яңы администрацияға аятолла Хомейни баш булды һәм хөкүмәт менән 1989 йылға тиклем идара итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий