понедельник, 11 февраля 2013 г.

Болгарҙар электрға хаҡтар артыуға ҡаршы сыҡты.



Болгария граждандары электр утына хаҡтарҙың ныҡ күтәрелеүенә асыуҙарын белдерә. Йәкшәмбе ҙур ҡалалар халҡы, властарҙан хәлде үҙгәртеүҙе талап итеп, урамдарға сыҡты. Һуңғы ярты йыл эсендә 1 киловатт хаҡы 13 процентҡа күтәрелгән, ә ҡыштың үтә лә һалҡын килеүен һәм уртаса хеҙмәт хаҡы 350 евро булыуын иҫәпкә алһаҡ, күп болгар ғаиләләре электр энергияһынан мәхрүм ҡаласаҡ.

Янко Петро, демонстрацияла ҡатнашыусы:
Электр энергияһын һатыусы аралашсыларҙың илдән һөрөлөүен теләйбеҙ. Улар, властарҙың юл ҡуйыуы арҡаһында, ябай граждандарҙың һутын һурыусы паразиттар булып йәшәй.”
Иҡтисад һәм энергетика министрлығы эргәһендәге акцияла ҡатнашыусылар янына ведомство башлығы Делян Добрев сыҡты һәм халыҡ менән һөйләшеп ҡарарға маташты, әммә әңгәмә килеп сыҡманы: кемдер министрға ҡар бәрҙе, ә акцияны ойоштороусылар,  уның менән кабинетҡа үтеп, был хәл тураһында тыныс ҡына ултырып һөйләшеүҙән баш тартты.
Хөкүмәттең ышандырыуы буйынса, граждандар электр өсөн түләүҙәрҙең яңы системаһын аңламаған, счет буйынса түләүҙәр 1 айға түгел, 40 көнгә алынасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий