АҠШ-тың төньяҡ- көнсығыш
штаттарында күпләп яуған ҡар тарихҡа инәсәк, тип иҫәпләй метеорологтар. 350
йорт электр утынан мәхрүм ҡалған, бындай йорттарҙың байтағы Массачусетс
штатында. Юлдар ҙа ябыҡ.
Яҡын көндәргә тәғәйенләнгән
4300-ҙән ашыу авиарейс кисектерелгән.
Төньяҡ-көнсығыш яр буйындағы
иң ҙур мегаполистарҙа- Нью-Йорк һәм Бостонда- һауа гавандәрендә күккә 2300
самолет күтәрелә алмаған.
5 штатта- Коннектикут, Род-Айленд,
Массачусетс, Нью-Йорк һәм Нью-Гэмпширҙа- ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Нью-Йорк мэры Майкл Блумберг
хәбәр итеүенсә, шәмбе кис ҡаланың 5 районында, синоптиктарҙың прогнозы буйынса,
ҡарҙың күләме 20-30 сантиметр булыр, тип көтөлә.
Ҡарҙың күп яуыуы байтаҡ юл-
транспорт һәләкәттәренә килтергән. Иң ҙур һәләкәт Мэн штатында булған- унда 19
автомобиль бәрелешкән.
Милли метеорология хеҙмәте
белгестәре алдан бирелгән прогноздың бик үк аҡланмауы, ҡар ҡалынлығы көтөлгән
60 сантиметр урынына 90 сантиметрҙан артып китеү мөмкинлеге хаҡында хәбәр итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий