суббота, 9 февраля 2013 г.

Евроберләшмә “ҡыҫыр”бюджет хаҡында килеште.



Евроберләшмәгә ингән 27 ил хөкүмәте 2014-2020 йылдарҙың бюджет параметрҙары тураһында килешә алды. Йома көн был хаҡта Европа советы рәйесе Херман ван Ромпей хәбәр итте. 24 сәғәт барған һөйләшеүҙәрҙән һәм йоҡоһоҙ төндән һуң, сәйәсмән үҙенең Твиттерында былай тип яҙҙы: “Килешеү булды, бының өсөн тырышлыҡ һалыу ҙа йәл түгел.”
Херман ван Ромпей, Европа советы рәйесе:
“Был баланслы бюджет. Беҙ бөтә Еропалағы үтә лә ҡатмарлы иҡтисади хәлдәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдыра алманыҡ, шуға күрә бюджет ҡыҫырыраҡ килеп сыҡты. Уҙған йылдағы финанс күрһәткестәре менән сағыштырғанда беҙ етди ҡыҫҡартыуҙар яһаныҡ.”
Евроберләшмәнең төп финанс документы сығымдарҙың әҙ булыуын талап иткән Европаның көслө иҡтисадтары талаптарын һәм артта ҡалған өлкәләре- ауыл хужалығы һәм инфраструктура проекттары өсөн субсидиялар талап иткән дәүләттәр араһындағы компромистан ғибәрәт.

Комментариев нет:

Отправить комментарий