Тбилисиҙа
демонстрацияла ҡатнашыусылар Грузия президенты Михаил Саакашвилиға милләткә
мөрәжәғәт менән сығыш яһарға ҡамасауланы. Дәүләт башлығы йома көн Милли
китапхана бинаһында йыл һайын яһала торған доклад менән сығыш яһарға тейеш ине.
Саакашвили сәйәсәтенә ҡаршылыҡ белдереү өсөн, унда меңләгән кеше йыйылды.
Демонстрация ваҡытында президент яҡлылар һәм уға ҡаршы булғандар араһында
бәрелеш булды.
Тәүҙә Саакашвили
парламентта сығыш яһарға тейеш ине, әммә күпселекте тәшкил иткән “Грузин хыялы”коалицияһы
быға мөмкинлек биреүҙән баш тартты, сөнки әҙселекте тәшкил итеүселәр менән конституциялағы
төҙәтмәләр буйынса фекер айырымлыҡтары килеп сыҡты.
“Президентҡа һүҙ бирмәү- Грузия
конституцияһын туранан- тура боҙоу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә премьер-
министр һәм уның яҡлылар ризалығы менән эшләнде,-”ти парламент әҙселеге вәкиле вице-
спикер Георгий Барамидзе.
Был ғәйепләүҙе “Грузин
хыялы” оппозиция коалицияһына етәселек иткән Грузин хөкүмәте башлығы Бидзина Иванишвили
аппаратында инҡар иттеләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий