пятница, 8 февраля 2013 г.

Олимпиадаға бер йыл ҡалғас.



Сочи 2014 йылда буласаҡ ҡышҡы олимпия уйындарына әҙерләнә. Ҡара диңгеҙ буйындағы был курорт ҡалаһында бөтә ерҙә күтәреү крандары күренә.
Яр буйынса 40 километрға һуҙылған был ҡалала яңы инфраструктураны булдырыу менән бәйле төҙөлөштәр нығыраҡ күҙгә ташлана. Спорт ҡоролмаларын төҙөү ҙә дауам итә.
 Олимпиаданы асыу һәм ябыу, олимпия миҙалдарын тапшырыу буласаҡ “Фишт”стадионы әлегә әҙер түгел.
Ҡалғандарында ярыштар уҙғарырға мөмкин, мәҫәлән, хоккей буйынса олимпия турниры үтәсәк “Ҙур”боҙ һарайында.
Ҡышҡы спорт һарайы “Айсберг” та спортсыларҙы ҡабул итергә әҙер. Унда фигуралы шыуыу буйынса ярыштар уҙасаҡ.
Сочи 2014 йылғы ҡышҡы Олимпиаданың баш ҡалаһы итеп 2007 йылда һайланды. Уның географик урыны- Кавказ тауҙары янында булыуы ла мөһим роль уйнаны.
 Рәсәй президенты Владимир Путин, тауҙарҙа урынлашҡан спорт ҡоролмаларындағы эштәрҙе тикшереү өсөн, кисә бында килде.
Рәсәй хөкүмте, Олимпиада үткәреү өсөн кәрәкле сығымдарҙың яртыһын үҙ өҫтөнә алып, ҙур йомартлыҡ күрһәтте. Олимпия уйындары тарихында ул иң ҡиммәтлеһе буласаҡ.
Әгәр 2010 йылғы Ванкуверҙағы Олимпиадаға 1,4 миллиард евро, 2006 йылғы Турин Олимпиадаһына 3,4 миллиард сарыф ителһә, Сочи Олимпиадаһы хаҡы 36 миллиард евроға барып баҫты.
 Был тәүге планлаштырғандан 5 тапҡырға артыҡ. Тотонолған аҡсаның нимәгә сарыф ителеүен тикшереү өсөн, президентҡа етерлек сәбәптәр бар. Тап шул хаҡта ул Сочиҙа хөкүмәт башлығы урынбаҫары Дмитрий Козак менән һөйләште.
Һүҙ 2011 йылдың июненә үк әҙер булырға тейешле һәм планлаштырылғандан 8 тапҡырға ҡиммәткә төшкән трамплин төҙөлөшө хаҡында барҙы. Һөҙөмтәлә, был төҙөлөш өсөн яуаплы Рәсәйҙең Олимпия комитеты вице- президенты Әхмәт Билалов вазифаһынан бушатылды.
Ә бына бобслей, скелетон һәм сана спорты буйынса ярыштар үтәсәк трассаны спортсылар һынап ҡараны. Хәүефһеҙлек төп урында торҙо, сөнки “Саналартрассаһы донъяла иң оҙоно- 1814 метр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий