пятница, 8 февраля 2013 г.

ЕС-тың бюджет саммитында ауыр дискуссиялар.



Брюсселдә, 6 сәғәткә тиерлек һуңлап, ЕС саммиты башланды. Евроберләшмә лидерҙары 2014-2020 йылдар бюджетына ҡағылышлы ауыр дискуссия башланы. Саммитҡа ҡәҙәр күп етәкселәр берләшмә бюджеты буйынса берҙәмлек юҡ икәнлеген аңғартты.

Европа советы рәйесе Херман Ван Ромпёй бөтәһен дә ҡәнәғәтләндерергә тейешле программа төҙөнө. Әммә, донъя күргән хәбәрҙәр буйынса, осрашыуҙың тәүге көнөндә уның менән танышыу булмаясаҡ, сөнки бюджеттың ҡайһы бер принципиаль положениелары буйынса ҡаршылыҡтар һаҡлана. Шулай ҙа саммитты асҡанда, Херман Ван Ромпёй унда ҡатнашыусыларҙы компромисҡа саҡырҙы.

Бөйөк Британия һәм Нидерладтар башында торған дәүләттәрҙең бер төркөмө финанстарҙы экономиялау, сығымдарҙы кәметеү яғында; Франция, Италия һәм Испания башында торған икенсе төркөм иҡтисади үҫеште стимуллаштырыу яғында, ә был иһә бюджет статьялары сығымдарын арттыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий