пятница, 15 февраля 2013 г.

“Нацистарһыҙ Дрезден.”



Неонацистарҙың маршына ҡамасаулау өсөн, 10 мең самаһы кеше Дрезден ҡалаһы урамдарына сыҡты. Йыл һайын 13 февралдә, ҡаланы 1945 йылда британлыларҙың һәм американлыларҙың авиацияһы бомбаға тотҡан көндө, ошондай хәл ҡабатлана. Ул саҡта 25 мең кеше һәләк булған, үтә уңдар был датаны вафат булғандарҙы хәтерләү өсөн файҙалана.

Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:

Ҡалабыҙ халҡына теләктәшлек белдереү һәм бында экстремистарға урын юҡлығын аңғартыу мөһим, тип уйлайым.

Һуғыш ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алыу һәм расизмды ҡабул итмәүемде күрһәтер өсөн килдем.

Антифашистик акцияла ҡатнашыусылар, ҡулға -ҡул тотоношоп, 3,5 километрға һуҙылған сылбыр яһаны. Улар араһында юғары вазифа биләгән сәйәсмәндәр ҙә, айырым алғанда бундестаг вице-спикеры Вольфанг Тирзе ла бар ине.

600 самаһы үтә уңдар Дрезден зоопаркы янында һәм вокзал эргәһендәге майҙанда йыйылды. Уларҙың ҡайһылары, ҡара- һары флагтар һәм факелдар тотоп, бер нисә тиҫтә аҙым яһай алды, әммә артабан антифашистар уларҙың юлын бүлде. Полиция ике акцияла ҡатнашыусыларҙың бәрелешен булдырмаҫҡа тырышты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий