пятница, 15 февраля 2013 г.

Француз компанияһы махсус рәүештә һыйыр ите урынына йылҡы ите ҡулланғанмы?



Кесаҙна көн Францияла тәфтишселәргә ҡайһы бер Европа илдәрендә һыйыр ите урынына йылҡы итен ҡулланып һатыусы аралашсылар сылбыры башында француздарҙың “Спангеро” ит эшкәртеү компанияһы   тора, тигән шик төштө. Компания үҙҙәренә ташланған ғәйепте кире ҡаҡты, әммә Франция хөкүмәте предприятиеның лицензияһын кире алмаҡсы.

Тикшереү һөҙөмтәһендә шул асыҡлана: тап Спангерокомпанияһы  румын йылҡы итенә һыйыр ите келәймәһен һуҡҡан. Йыйылған дәлилдәр компанияның иттең йылҡы ите булыуын белеүе хаҡында һөйләй,-”ти һатып алыусылар эштәре буйынса министр Бенуа Амо.

Шаршамбы Брюсселдәге Евроберләшмә минстрҙарының кисектергеһеҙ кәңәшмәһендә тикшереү эшенә Европолдың ҡушылыуы хаҡында иғлан ителде.

Бөйөк Британиялағытикшереү үткән 206 мал салыу урынының 8-ендә аттарҙың һөлдәһендә фенилбутазон табылған. Кеше һаулығы өсөн үтә лә хәүефле булған был медикамент күп Европа илдәрендә тыйылған. Британияның Аҙыҡ- түлек стандарттары буйынса агенство мәғлүмәттәре буйынса, Францияға һөлдәһендә фенилбутазон табылған ошондай 6 йылҡының ите оҙатылған. Ҡушма Короллектә был эш буйынса 3 кеше ҡулға алынған.

“Ит ғауғаһы”көсәйә бара, хәҙер инде уның 16 Европа иленә ҡағылышы бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий