пятница, 15 февраля 2013 г.

Бейеү ритмында “Миллиард ихтилалы”.



Бөтә донъя буйынса меңәрләгән ҡатын-ҡыҙ, гүзәл затҡа ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы ойошторолған “Миллиард ихтилалы”хәрәкәтен яҡлап, бейеү флешмобына ҡушылды.
Филлипинда күмәк бейеүҙе католик колледж студенткалары һәм уларҙың уҡытыусы- монахинялары бергә башҡарҙы. Стамбулдағы акция ла сағыу булды, күп халыҡ ҡатнашлығында үтте.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, донъяла һәр өсөнсө ҡатын, ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, рәхимһеҙ мөғәмәләгә һәм көсләүгә дусар була. Хәрәкәттең исеме лә шуға бәйле.
Һиндостанда был проблема айырыуса киҫкен тора.
“Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу, дискриминация туҡтатылырға тейеш,-ти акцияла ҡатнашыусы.-Һәр ҡатындың йәшәргә, лайыҡлы йәшәргә хоҡуғы бар.”
Глобаль кампанияға афған ҡатын- ҡыҙҙары ла теләктәшлек белдерҙе, улар марш менән Кабул урамдарынан үтте. Акция сиктәрендә донъяның 200 илендә төрлө 13 меңдән ашыу сара үткәрелде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий