суббота, 16 февраля 2013 г.

РФА(РАН): Уралда метеорит ямғыры булмаған, болид шартлаған.



Урал регионы метеориттар ямғыры аҫтында. Йома көн иртән Силәбе өлкәһе халҡы шартлауға оҡшаш тауыш ишетә, аҙаҡ, ҡаҡлығып, тулҡыны килеп бәрелә. Властар быны “метеорит ямғыры”тип атай, әммә аҙаҡ Рәсәй фәндәр академияһы атмосфераның түбәнге тығыҙ ҡатламына килеп ингән болидтың шартлауы һәм ярсыҡтарының һибелеп китеүе хаҡында һүҙ барыуын аңғарта.

Юрий Буренко, МЧС-тың региональ департаменты башлығы:

“Челябинск ҡалаһы өҫтөнән, эҙ ҡалдырып, ҙур тиҙлек менән осоп барған объектты күрҙек. Ике минут уҙғас, бер- бер артлы бәрелгән  өс тауыш ишетелде һәм, тулҡыны ҡаҡлығып килеп, Силәбелә һәм тирә- яҡ ҡалаларҙа тәҙрәләрҙе ҡойҙо.”

Ҡайһы бер рәсми вәкилдәр быны йома кис Ерҙән 27 мең километр алыҫлыҡта үтергә тейешле футбол майҙанына тиң астероидтың яҡынлауы менән бәйләйҙәр.

Силәбе халҡы һөйләй:

“Ниндәйҙер әйбер Силәбе- сити яғына осоп китте, фейерверкка оҡшаш нимәлер гөлт итеп ҡалды, аҙаҡ ракета һымаҡ яҡтылыҡ күренде. Бер минут үткәс- шартлау, тәҙрәләр ҡойолоп төштө.”

“Аңлашылмаған нәмә осоп үтте, шартланы, тәҙрә асылды, бөтә ашанты, сәскәләр, ер ҡойолдо.”

Тәҙрәләр ватылыуҙан тыш, ҡаҡлығып килеп бәрелгән тулҡын Силәбе цинк заводының ҡыйығын емергән. Бында зыян күреүселәр булмаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий