понедельник, 18 февраля 2013 г.

БМО Мьянма мосолмандарының хәле өсөн хәүефләнә.



Ниндәйҙер алға китеш булһа ла, Мьянмала кеше хоуҡтары тейешле кимәлдә түгел- БМО-ның махсус делегацияһы вәкилдәре, мәсьәләне тикшергәндән һуң, ошондай һығымта яһаны. Аҙсылыҡты тәшкил иткән мосолмандарҙың хәле айырыуса хәүеф тыуҙыра. Докладта Мьянманың көнбайышында урынлашҡан лагерҙағы 120 мең ҡасаҡтың үтә лә ауыр хәле хаҡында әйтелә. Бынан тыш Качин провинцияһындағы нигеҙләнмәгән ҡулға алыуҙар һәм язалар хаҡында ла мәғлүмәттәр бар.
Томас Охеа Квинтана, БМО-ның кеше хоҡуҡтары буйынса Мьянмалағы махсус докладсыһы:
“Качин бойондороҡһоҙлоғо армияһына ҡағылышы бар тип иҫәпләнгән Качин кешеләрен хәрбиҙәрҙең ҡулға алыуы һәм һорау алыу барышында язалауы мине уғата хәүефләндерә.”
Качин бойондороҡһоҙлоғо армияһы 90-сы йылдар уртаһына саҡлы илдең бөтә төньяғын контролдә тота. Аҙаҡ хөкүмәт менән килешеү төҙөлә, әммә хәлдәр әле булһа тотороҡһоҙ.
Мосолмандар Мьянма халҡының яҡынса 4 процентын тәшкил итә һәм йыш ҡына эҙәрлекләүҙәргә дусар була. Уҙған йылдың июнендә илдең көнбайышындағы Ракхайн штатында хәлдәр йәнә ҡырҡыулашып китте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий