понедельник, 18 февраля 2013 г.

Эквадорҙа президент һайлауҙары: фаворит- Рафаэль Корреа.



Эквадор граждандары хөкүмәт башлығын һәм парламент депутаттарын һайлай. Рафаэль Корреаның президент һарайында өсөнсө срокка ҡалырға бөтә мөмкинлеге бар, ул тауыштарҙың 60 процентын алыуы ихтимал.

Һайлау кампанияһы барышында тарҡау оппозиция президент- социалисҡа ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Ул үҙенең төп ярышташтарынан- өсөнсө позицияны биләгән экс- президент Лусио Гутьеррестан һәм элекке банкир консерватор Гильермо Лассонан
( ул икенсе булып килә) 35 пунктҡа алда килә.

Тәүге турҙа еңеү өсөн, дәғүәселәргә тауыштарҙың 50 процентына һәм йәнә бер тауышҡа эйә булырға кәрәк, йәки 40 процент тауыш йыйырға, баҫмаҡлап килгән кандидаттан 10 процент өҫтөнлөгөң булырға тейеш.

Харизмға эйә булған Рафаэль Корреа Эквадор башында 6 йыл. Ул халҡының 30 проценты үтә лә ярлы булған был илдә ифрат популяр. Неолиберализмдың ҡан дошманы булған сәйәсмән тышҡы бурыстың бер өлөшөн түләүгә мараторий индерҙе. Корреа указы буйынса, Эквадорҙа эшләүсе сит ил нефть компаниялары өҫтәмә табышының 99 проценты дәүләт ҡаҙнаһына ебәрелә. Был средстволар һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт прогаммаларын финанслауға тотола.

Комментариев нет:

Отправить комментарий