Рафаэдь Корреа йәнә Эквадор президенты-экзит- полл
һөҙөмтәләре һәм кандидат үҙе лә шул хаҡта һөйләй. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса,
эквадорлыларҙың 61 проценты уның яҡлы.
“Ҙур ышанысығыҙ өсөн рәхмәт,-тип мөрәжәғәт итте Корреа
үенең яҡлыларға.-Ышанысығыҙҙы аҡлаясағымды һеҙ беләһегеҙ!”
Оппозицияның тарҡаулығы ( был һайлауҙарҙа 7 кандидат)
президент- социалист файҙаһына булды: финалға икенсе булып килеп еткән элекке
банкир, консервтор Гильермо Лассо 20 проценттан саҡ ҡына күберәк тауыш йыйыуы
мөмкин.
Рафаэль Корреа беренсе
тапҡыр 2006 йылда Латин Америкаһының иң ярлы дәүләтенең башлығы итеп һайлана.
Ул Эквадорҙың 20 йыл эсендәге эске сәйәси катаклизмдарһыҙ мандатының аҙағына
ҡәҙәр эшләгән тәүге президенты булды. Корреаның илдә абруйы бик юғары, быны
һайлау һөҙөмтәләре лә күрһәтеп тора. Илгә ул реформалар һәм үҙенең үҫеш
моделен-“XXI быуат социализмы”н тәҡдим итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий