Рәсәй ғалимдары Сыбаркүл
районында уҙған йома Силәбе өлкәһе өҫтөндә шартлаған метеорит ярсыҡтарын
тапҡан. Иң ҙур ете ярсыҡтың береһе күлгә төшкән һәм 8 метрлы мәке барлыҡҡа
килтергән. Эргәләге боҙҙа тау тоҡомона оҡшаш диаметры сантиметр самаһындағы ваҡ
ярсыҡтар табылған. Уларҙы урындағы халыҡ та йыя. Метеорит ҡалдыҡтарының үтә лә
ҡиммәт тороуы тураһында һүҙ таралған, әммә бөтәһе лә уларҙы һатырға йыйынмай.
Бында йәшәүсе ҡатын
һөйләй:
“Мин
үҙемә ҡалдырам. Нимәгә уны һатырға? Бығаса бай йәшәмәнек, артабан да артығына
өмөтләнәһе түгел.”
Ғалимдар
табылған ярсыҡтарға химик анализ үткәргән һәм уларҙың Ерҙә барлыҡҡа килмәгәнен
раҫлаған. Тикшеренеүселәр метеоритты ябай хондриттар класына индергән- ул составында 10 % тимер булған таш. Табылдыҡтар
метеориттың тышҡы яғының ярсыҡтары; төп
өлөшө, ғалимдарҙың уйынса, күл төбөндә ята.
Виктор
Граховский, РФА-ның метеориттар буйынса комитет ағзаһы:
“Унда минералдар, күбеһенсә оливин, троэлит,
тимер булыуы асыҡланды. Башҡа ваҡ- төйәккә беҙ иғтибар итеп тормайбыҙ, сөнки
структураһы буйынса уның метеорит булыуы ап- асыҡ.”
Силәбе өлкәһенең коммуналь хеҙмәттәре һәм үҙ
ирке менән ярҙам итергә теләүселәр региондағы метеорит һөжүме эҙемтәләрен
бөтөрөү менән мәшғүл: ҡаҡлығып килгән тулҡын алып осорған урындағы цинк заводы
ҡыйығы ябыла, ҡойолоп төшкән тәҙрәләр ҡуйыла.
МЧС
мәғлүмәттәре буйынса, Силәбелә һәм өлкәлә 1700 бина тәҙрәһеҙ ҡалған. Йома көн
тән йәрәхәттәре алған 40-ҡа яҡын кеше
әле булһа хәстәханаларҙа ята.
Комментариев нет:
Отправить комментарий