Ҡаһирәләге яңы демонстрациялар тулҡынында көс
ҡулланыуҙар, ҡатын- ҡыҙҙарҙы көсләүҙәр башланды, ә хоҡуҡ һағында тороусылар йыш
ҡына зыян күреүселәрҙең ғаризаһына әһәмиәт бирмәй, асыҡ кейем кейеүҙә, ир- ат
булған йәмәғәт урындарында булыуҙа шелтәләп, ғәйепте үҙҙәренә ауҙара.
Ҡатын- ҡыҙҙарҙы көсләү менән көрәшеү өсөн, хоҡуҡ
һаҡлау ойошмалары һәм айырым активистар махсус инициатива төҙөнө һәм ул 25
ғинуарҙан алып 20 ошондай ғариза ҡабул итте.
Активистар һөжүмде властар тарафынан ялланған ир-ат
башҡара, тип шикләнә, сөнки һөжүмде бер ваҡытта, бер урында ойошторалар.
“Һуңғы айҙарҙа ҙур демонстрациялар ваҡытында етди
агрессив һөжүмдәр булды,- ти инициативала ҡатнашыусы ҡатын.-Беҙҙең маҡсат-көс
ҡулланыуҙарҙы булдырмау.”
“Ҡатын- ҡыҙҙар халыҡтың яртыһын тәшкил итә һәм бөтә
өлкәлә лә көс ҡулланыуға дусар була,-ти оло йәштәге Мысыр ҡатыны.- Беҙ бының
менән көрәшергә тейеш.”
Мысыр властары октябрҙә үк енси дәғүәләргә ҡаршы закон
ҡабул итергә вәғәҙә иткәйне, ә уның урынына ҡатын- ҡыҙҙарға хужабикә ролен генә
ҡалдырыусы яңы конституция ҡабул ителде, дискриминацияға сик ҡуйылманы.
Хәүеф-
хәтәргә ҡарамай, Мысыр ҡатын- ҡыҙҙары ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашыуҙы дауам
итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий