суббота, 2 февраля 2013 г.

Иран: журналистарға һунар.



Иранда күптән түгел 16 журналисты ҡулға алыу халыҡ- ара хоҡуҡ һаҡлау ойошмаларының асыуын ҡабартты. Иран властары журналистарҙы сит илдә урынлашҡан фарсы телле медиаструктуралар менән бәйләнеш тотоуҙа ғәйепләй. Ҡулға алынғандар араһында 4 көндәлек гәзит, 1 аҙналыҡ баҫма һәм яңылыҡтар агенствоһы хеҙмәткәре бар.
 Хоҡуҡ һаҡлаусылар уларҙы кисекмәҫтән азат итеүҙе талап итә. Уларҙың уйынса, журналистарҙың өнөн тығыу маҡсаты менән эшләнгән ҡулға алыуҙар- июнгә тәғәйенләнгән президент һайлауҙары алдынан үткәрелгән репрессив кампанияның бер өлөшө. Иран властары уҙған һайлауҙар алдынан да шундай уҡ тактиканы ҡулланған. Унан һуң башланған оппозицияның сығыштары ҡаты баҫтырылған.
Райхана Мазахери, euronews:
“Иранды фекер азатлығына кәртә ҡуйыуҙа ғәйепләгән “Сиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы журналистарға ҡаршы башланған яңы репрессиялар тулҡынын ғәйепләп сыҡты. Беҙҙең менән бәйләнештә Париждан Реза Моини. Ул Иран, Тажикстан һәм Афғанстан буйынса ойоштороу бюроһын етәкләй. Моини әфәнде, журналистарҙы ҡулға алып, өс көн үткәндән һуң, Иран разведкаһы уларҙы”Ирандан ситтә урынлашҡан фарсы телле киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештә”ғәйепләне. Белдереүҙә әйтелгәнсә, ҡулға алыуҙар дауам итәсәк. Нисек уйлайһығыҙ. Бының сәбәбе нимәлә?”.
 Реза Моини, “Сиктәрһеҙ репортерҙар”:
”Ҡара йәкшәмбе”исемен алған көндө булған ҡулға алыуҙарҙан һуң, беҙ артабан да ҡулға алыуҙар булыуы мөмкин тип, шөбһәбеҙҙе белдергәйнек һәм Иран республикаһы разведкаһы күп йылдар йәшәп килгән ҡараштарҙан айырыла алмауын әйткәйнек. Улар элеккесә журналистарҙы ғәйепләй, был дөрөҫ түгел, Ирандағы көрсөккә дөрөҫ яуап түгел был. Бөтә сикләүҙәргә, цензураға ҡарамай, журналистар мәғлүмәт бирергә тырыша, хатта ошо кимәл менән дә Иран республикаһы килешә алмай.”
euronews:
”Сиктәрһеҙ репортерҙар”ойошмаһы менән бер рәттән Human Rights Watch һәм ил эсендә һәм сит илдәрҙә эшләгән 200-ҙән ашыу Иран журналисы ҡулға алыуҙарға ҡаршы булыуын белдерҙе. Бындай реакция Иран режимында үҙгәрештәр тыуҙырмаҫмы икән?
Реза Моини:
”Хәҙер Иранда аятолла Хомейниҙың власҡа килеүенең 34 йыллығын билдәләйҙәр, бындай эштәр, журналистарға ҡаршы репрессиялар һәр саҡ булды, шуға күрә өндәшмәй ҡалырға ярамай. Бөтә хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары, илдәге һәм сит илдәрҙәге Иран журналистары коллегаларының ҡулға алыуҙарына ҡаршы эффектив рәүештә сығыш яһай ала. Беҙ шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға тейешбеҙ: 34 йыл идара итеү дәүерендә Иран Ислам республикаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъялағы журналистарҙың иң ҙур төрмәһенә әүерелде. Бөгөн 62 журналист һәм блоггер бында төрмәлә ултыра.”
euronews: Ғаризаларҙан тыш, ”Сиктәрһеҙ репортерҙар”, бындай язалар булмаһын өсөн, тағы ниндәй саралар күрә?
Реза Моини:
”Беҙҙең бурыс- һүҙ азатлығы, матбуғат азатлығы һәм мәғлүмәт азатлығы өлкәһендәге хәлдәр тураһында дөрөҫөн һөйләү. 2 көн элек “Сиктәрһеҙ репортерҙар”донъяның матбуғат азатлығы рейтингын баҫтырып сығарҙы. 179 ил араһында Иран 174-се урында.”
euronews:
”Иран журналистары эмиграцияһының яңы тулҡынын көтөләме?”
Реза Моини:
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләһә ниндәй баҫтырыу системаһы кешеләрҙе илдән китергә мәжбүр итә. Таһранда һәм башҡа ҡалаларҙа күп журналистарҙы ҡулға алғандар. Таһрандың үҙендә генә 16 журналист ҡулға алынған. Был яңы тулҡын журналистарға етди һөжүм яһауы һәм күптәрҙе илдән китергә мәжбүр итеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий