суббота, 2 февраля 2013 г.

Путин Сталинград атамаһын алған Волгоградҡа киләсәк.



Шәмбе Рәсәйҙең Волгорады бер нисә сәғәткә Сталинградҡа әйләнәсәк. Урындағы властарҙың инициативаһы буйынса, йылдағы 6 көндә, шул иҫәптән 2 февралдә- немец ғәскәрҙәрен Сталинград һуғышында тар-мар иткән көндә -ҡала ошо атама менән йөрөтөләсәк, ә урамдарҙа Иосиф Сталин портреттары барлыҡҡа киләсәк. Ҡарар Рәсәй йәмәғәтселегендә ҡырҡыу бәхәстәр тыуҙырҙы.
Йома көн Кремелдә Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты.
Владимир Путин, РФ президенты:
Сталинград хаҡындағы иҫтәлек, Сталинград хаҡындағы дөрөҫлөк тоноҡланмаһын өсөн, барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡиғаларын боҙоп күрһәтергә, сәйәси ҡалып коньюктураһына яраҡлаштырырға, оятһыҙ рәүештә донъяны ҡотҡарыусыларҙың батырлығын һыҙып ташларға маташыуҙарға ҡырҡа ҡаршы торорға тейешбеҙ.”
Сталинград алышы- Икенсе Бөтә донъя һуғышының иң ҙур алышы. СССР һәм фашистик Германия, дөйөм алғанда, 2 миллиондан ашыу кешеһен юғалтты. Совет историографияһы Сталинград алышын стратегик инициативаны Ҡыҙыл Армия файҙаһына үҙгәрткән һуғыштың “боролошло мәле”тип атаны.
Шәмбе герой- ҡалала, алыштың 70 йыллығына бағышлап, тантаналы хәрби парад һәм салют планлаштырылған. Парадта президент Путин булыр, тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий