Таиланд властары фил
тештәре менән һатыу итеүсе магазиндарҙа масштаблы тикшереү башланы (Бөтә донъя
ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фонды мәлүмәттәре буйынса, йыл һайын Таиландҡа Африка
илдәренән законһыҙ рәүештә филдәрҙең бик күп һуҡҡы тештәре индерелә).
БМО ҡарары буйынса,
фил тештәре менән халыҡ- ара сауҙа тыйылған, тик Таиландта йорт филдәренең
һуҡҡы тештәре менән сауҙа итеү рөхсәт ителгән, бының менән контрабандистар һәм
һатыусылар файҙалана.
Таиланд властары
короллек территорияһында фил тештәре менән һатыу итеүҙе тулыһынса тыйыу мөмкин
түгеллеге тураһында белдерә. Илдәге ҡағиҙәләр буйынса, тештән яһалған
әйберҙәрһең үткән юлын, ниндәй хужалыҡтан килтерелеүен еңел генә билдәләргә
мөмкин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий