понедельник, 25 февраля 2013 г.

Рауль Кастро йәнә Кубаға етәкселек иттә, әммә һуңғы тапҡыр.



Куба лидеры Рауль Кастро, яңы мандат срогы 5 йылдан һуң  үткәс, отставкаға китәсәк. 81 йәшлек сәйәсмән был хаҡта, Дәүләт советы рәйесе посына һайланғандан һуң, Халыҡ власының милли ассамблеяһы депутаттары алдында сығыш яһағанда белдерҙе.

Был минең һуңғы срогым буласаҡ,- тине Кастро.-Ил Конституцияһына беҙ индерергә тәҡдим иткән үҙгәрештәрҙең береһе дәүләт һәм фирҡәнең мөһим постарында ҡалыу ваҡытына ҡағыла. Уны бер- бер артлы килгән ике срок менән сикләргә кәрәк һәм был яуаплы вазифаны биләүҙә йәш яғынан да сикләүҙәр булырға тейеш.”

Куба менән 2008 йылда етәкселек итә башлаған Рауль Кастро дәүләт посында ҡалыу ваҡытын сикләү тураһында беренсе ҡат ҡына һөйләмәй. Ултырышта 86 йәшлек Фидель Кастро ла бар ине.

2011 йылда хөкүмәт, тыйыуҙарҙы алып ташлап, шәхси эшҡыуарлыҡҡа юл асып, Кубаның социаль системаһын һәм иҡтисадты модернизациялау планын тормошҡа ашыра башланы. Бынан тыш, утрауға инвестициялар йәлеп итеү өсөн, һалым һалыу системаһына үҙгәрештәр индерелде һәм ҙур предприятиеларға күберәк автономия бирелде. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий