понедельник, 25 февраля 2013 г.

Иран сит илдең пилотһыҙ яңы аппаратын ҡулға төшөргән.



Иран хәрбиҙәре сит илдең  яңы пилотһыҙ аппаратын ҡулға төшөрөүҙәре тураһында хәбәр итә. Таһран мәғлүмәттәре буйынса, разведчик Ирандың һауа киңлектәренә илдең көньяғында үткәрелгән  хәрби күнекмәләрҙе күҙәтеү өсөн ебәрелгән. Радиотехник хеҙмәттәр, аппаратты үҙ контроленә буйһондороп, ергә ултырта алған. “Дрон”дың ниндәй илдеке булыуы хаҡында хәбәр ителмәй.

Шуныһы ҡыҙыҡ: әлеге хәрби уйындар ваҡытында Иранда эшләнгән пилотһыҙ аппараттарға һынау үткәрелә, улар иһә былтыр ҡулға төшөрөлгән Америка пилотһыҙ осоу аппараттары мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән, тип иҫәпләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий