понедельник, 25 февраля 2013 г.

ФРГ канцлеры Төркиәлә немец хәрбиҙәрен барып күрҙе.



ФРГ канцлеры Төркиәлә 2 көнлөк рәсми визит менән. Газиантепҡа килеү менән, Меркель Кахраманмараш районындағы “Пэтриот” зенит ракета комплекстарын хеҙмәтләндереү менән мәшғүл булған немец хәрбиҙәре янына китте. Сүриә яғынан һөжүмдән һаҡланыу өсөн, “Пэтриот”тар менән  Төркиәне  Анкараның үтенесе буйынса НАТО тәьмин итте.
Ғинуарҙа Төркиәлә Сүриә сигенән 100 километр алыҫлыҡта 2 немец ЗРК-ы урынлаштырылды. Миссияла Германиянан тыш АҠШ һәм Нидерландтар ҡатнаша.
Дүшәмбе Ангела Меркель Төркиә президенты Абдуллаһ Гөл һәм премьер Рәжәп Тайып Эрдоган менән һөйләшеүҙәр үткәрәсәк. Көн тәртибенең төп темалары: Сүриәләге хәлдәр һәм Төркиәнең Евроберләшмәгә инеү мәсьәләһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий