суббота, 23 февраля 2013 г.

Балаларҙы аҫрауға алыу: Рәсәй һәм АҠШ араһындағы бәхәс..



Дәүләт думаһы АҠШ Конгесынан Кирилл Кузьминды- һәләк булған Максим Кузьминдың туғанын Рәсәйгә ҡайтарырға ярҙам итеүен һораны. Малайҙарҙы уҙған йыл аҙағында Печора ҡалаһындағы Псков өлкәһе балалар йортонан американлылар ғаиләһе аҫрауға алған.
Максимдың һәләк булыуы тураһында 21 ғинуарҙа билдәле булды. Фажиғәнең сәбәптәре бик үк аңлайышлы түгел. Хәбәр итеүҙәренсә, балаға психотроп препараттар бирелгән, ә үлер алдынан ул бик ныҡ тумалған. Америка властары тикшереү үткәрә, әммә медэкспертиза һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итмәйҙәр. Баланың һәләк булыу факты буйынса Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты ла тикшереү башланы.
Eвроньюс телеканалының кино төшөрөү төркөмө Рәсәйҙән тәрбиәгә алынған Елена йәшәгән Мэриленд штатындағы Роквилгә америка ғаиләһе менән танышыу өсөн килде.
Ҡыҙға 2 генә йәш сағында Мәскәүҙәге балалар йортонан уны Сесилия алған:
 “Мин эйелеп уға ҡараным, ул миңә...Тәү күреүҙән үк яраттым. Тап шулай булды! Йөрәгем ирене лә ҡуйҙы. Был минең ҡыҙым. Уны табыр өсөн миңә ярты донъяны урап сығырға тура килде.”
Һуңғы 20 йыл эсендә Америка ғаиләләре 60 меңдән ашыу Рәсәй етемен тәрбиәгә алған. Американлыларға бюрократик ҡатмарлыҡтарҙы үтергә Балаларҙы аҫрауға алыу буйынса милли совет ярҙам итә.
Уның президенты Чак Джонсон бына нимә ти:
 “Тикшеренеү һөҙөмтәләре асыҡ күрһәтеп тора: балалар йортонда үткәргән бер генә ай ҙа баланың үҫешенә ифрат ҙур йоғоноһо яһай, хатта иң бәләкәстәргә лә. Ҡыҫҡаһы, балаларға ғаилә кәрәк.”
Рәсәйҙән тәрбиәгә бала алыу өсөн, кәм тигәндә, 30 мең доллар аҡса түләргә тура килә.  Datz  агенствоһы вәкиле Марк Экман һөйләй:
 “Рәсәй законы буйынса, баланы сит илгә тәрбиәгә биреү өсөн, уның махсус медицина күрһәтмәһе булырға тейеш, йәғни, һап-һау баланы аҫрауға бирмәйҙәр. Рәсәйҙән бала алыусы сит ил кешеләре был турала белә, был аҙымды улар аңлы рәүештә эшләй, баланың ниндәйҙер диагноз менән булыуы улар өсөн сер түгел.”
Еленаның үҫеш кимәлендәге тотҡарлыҡты тәрбиәгә алған ата- әсәһе белә. Рәсәйҙә “Дима Яковлев” законын ҡабул иткәндән һуң, Елена һымаҡ Рәсәй балаларына Америка ғаиләләренә юл ябыҡ.
Чак Джонсон:”Эшкә сәйәсмәндәр килеп ҡыҫылһа,өмөттәр өҙөлә, улар бәхәс ҡора, фажиғәне сәйәси маҡсаттарҙа файҙаланырға тырыша. Уйлауымса, һүҙ бөтөнләй балалар хаҡында бармай, маҡсат икенсе- АҠШ-ты уңайһыҙ хәлгә ҡуйыу.”.
АҠШ граждандарына Рәсәй балаларын тәрбиәгә алыуҙы тыйыусы закон Рәсәй граждандарына ҡарата санкциялар индергән Американың “Магнитский акты”на яуап итеп ҡабул ителде.
”АҠШ граждандарына Рәсәй балаларын тәрбиәгә биреүҙе тыйыусы закон американлыларҙы шаҡ ҡатырҙы. Ни генә тимә, аҫрауға бала алыу ҡиммәт тора, Рәсәй кешеләре был бизнестан килем ала. Бында иң тәүҙә Америкала үҙ йортона эйә булыуҙан мәхрүм ҡалған Рәсәй етемдәре зыян күрә,-”тип хәбәр итә Евроньюс хәбәрсеһе Штефан Гробе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий