суббота, 23 февраля 2013 г.

Европаның көньяғында ҡеүәтле ташҡындар.



Италияның Сицилия регионындағы Катания саҡ- саҡ һыу аҫтына китмәне. Бик күп йылдар инде бындай хәлде күргәндәре юҡ ине. Борсаҡ ҡатыш яуған ямғырҙар һыу баҫыуҙарға алып килде. Ташҡын, өйҙәргә ҡәҙәр килеп етеп, автомобилдәрҙе ағыҙып алып китте. Итальяндар ҡурҡыштарынан ҡыйыҡ баштарына менеп ултырҙы. Халыҡ тәбиғәт ҡазаһының көтөлмәгәндә килеүе хаҡында һөйләй һәм, шундай масштабтағы яуындар килеүен алдан иҫкәртмәгәндәре өсөн, метеохеҙмәттәрен тәнҡитләй.

Афинала ла шундай уҡ хәл, унда ла ҡойма ямғырҙар. Ҡала властары төп юлдарҙы, баш ҡала метроһының төп станцияһын, шулай уҡ ер аҫтындағы машина ҡуйыу урындарын япты. Урамда ҡалған машиналарҙың күбеһен ташҡын ағыҙып алып китте. Йома көндө генә, һыу һурҙырыуҙы һорап, янғын һүндереүселәргә Афина кешеләренән 700-ҙән ашыу шылтыратыу булған. Тәбиғәт ҡазаһы арҡаһында электр менән дә өҙөклөктәр килеп сыҡҡан. Күп светофорҙар эшләмәй, транспорт йөрөй алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий