пятница, 22 февраля 2013 г.

Мәскәү һәм Гавана Кубаның совет осоро бурыстарын яйға һалыу хаҡында килеште.



 Рәсәй һәм Куба Кубаға СССР осронда бирелгән кредиттарҙы яйға һалыу буйынса килешеүҙе парафирланы. Уға ҡул ҡуйыу  Рәсәй премьер- министры Дмитрий Медведев һәм Куба лидеры Рауль Кастро ҡатнашлығында үтте.

Рәсәй хөкүмәте башлығы Кубаға Бразилиияла булғандан һуң килде.  30 миллиард доллар күләмендәге    Кубаның Рәсәйгә бурысы мәсьәләһен яйға һалыу буйынса килешеүгә йыл аҙағында ҡул ҡуйыласаҡ. Бурыстың бер өлөшө иҫәптән сығарыласаҡ, бер өлөшө реструктуризацияланасаҡ. Шулай уҡ Рәсәй һәм Куба авиатехника тураһында ла килешеү төҙөнө.         Был- 3 АН-158 самолеты, 3 Ил-96-400 һәм 2 Ту-204. Рәсәй самолеттарын Кубаға һатыу хаҡындағы ике килешеүҙең дөйөм суммаһы -650 миллион доллар. Ул турала сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров хәбәр итте. Самолеттар финанс лизингыһына тапшырыла.

 Бынан тыш Медведевтың Кубаға визиты барышында йәнә бер нисә хөкүмәт- ара килешеүгә ҡул ҡуйылды.

/Бурысты реструктуризациялау- бурыс контракты үҙгәреүенә ярашлы кредит биреүсе бурыслы яҡҡа ниндәйҙер ташламалар яһай, льготалы шарттар тыуҙыра/

Комментариев нет:

Отправить комментарий