пятница, 22 февраля 2013 г.

Дәмәшктәге теракт 53 кешенең ғүмерен өҙҙө.



53 кеше Дәмәшктәге теракт ҡорбаны булған. Идара итеүсе “Баас” фирҡәһе штаб-фатиры янындағы юлда мина һалынған автомобиль пик сәғәтендә күккә осҡан. Хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булыусыларҙың күбеһе тыныс халыҡ- бала-саға һәм ҡатын-ҡыҙ. Шартлау урынынан алыҫ та түгел- мәктәп. Зыян күреүселәр һаны 200-гә яҡын, юлда -50-нән ашыу янған һәм ватыҡ машиналар.
Шартлау тулҡыны Рәсәй илселеге бинаһы тәҙрәләрен дә ҡойған. Ул “Баасштаб-фатиры артында ғына урынлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр араһында зыян күреүселәр юҡ.
Сүриәнең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, кесе йома Дәмәшктә йәнә 2 теракт ойошторолған һәм ике миномет снаряды шартлаған. Көс структуралары ике террористы ҡулға алған, уларҙа 1,5 тонна шартлатҡыс табылған.
Теракттар шаршамбы, Рәсәй һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһы оппозиция һәм идара итеүсе режим вәкилдәре менән туранан- тура һөйләшеүҙәр үткәрергә булғас ойошторолған. Әммә хәрби подразделение начальниктары, һөйләшеүҙәр башланғансы, президент Бәшәр Асадтың властан баш тартыуын талап иткән.
Сүриәләге хәлдәр тураһында кесаҙна Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Уильям Хейг һәм Ливан президенты Мишель Сөләймән әңгәмәләште. Хейг йәнә Бәшәр Асадтың отставкаға китергә тейешлеге хаҡында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий